Текст 2016

Солоҡ төбөнә килеп баҫҡан Кеше, тирә-яғына күҙ һалып, уйланып торҙо. Үҙен маҙаһыҙлаған уйҙарҙан аҙ ғына ҡотолоп торор өсөнмө, ул солоҡтоң ике-өс ҡолас етмәҫ олонона боролоп ҡараны. Олон кеше буйы етер кимәлгә хәтлем һәр төрлө тамғалар менән сыбарланғайны. Кемдәр ҡулы ғына һалмаған был тамғаларҙы?! Ниндәй төрлөләре генә юҡ уларҙың! Даға, уҡ, йәйә, һөңгө, һәнәк сатаһы, йөрәк, йондоҙ, ай һымаҡтары ла, ниндәйҙер хайуанға оҡшатып төшөрөлгәндәре лә бар. Былары – бик күп йылдар элек һалынған тамғалар. Ғәрәп, иҫке төрки, латин, рус хәрефтәренең балта һағағы йәки үткер бысаҡ менән ҡасан уйылып яҙылыуын самалауы ҡыйын түгел. Был солоҡ үҙе йөҙәр йылдар һуҙымына күргәндәрҙе буйына һеңдереп ҡалыу менән сикләнмәйенсә, быуындар яҙмышын тәненә лә уя барыусы ғәжәйеп бер йылъяҙмасыны хәтерләтә ине.
Кеше, ошо олондағы яҙыуҙарҙы тергеҙергә, уларға тел биреп, оло тарих һөйләтергә теләгәндәй, тамғаларҙы һыйпаштырҙы, уларҙың һәр береһенә оҙаҡ-оҙаҡ төбәлеп ҡарап торҙо. Шул саҡ Кеше ҡолағына һәр һүҙе асыҡ итеп әйтелгән тауыш килеп бәрелгәндәй тойолдо.
«Эй әҙәмем! Ергә хужа булған Кешем минең! Бына һин, әллә ни саҡлым уйҙарға сумып, төбөмдә баҫып тораһың. Ер яҙмышы – беҙҙең яҙмыш тураһында хәстәр күреп, шулай болоҡһоуың ҡайһылай шәп! Уйлан һин, ҡартлас Ер тормошон йәшәртеү өсөн ҡулыңдан килгәндең барыһын да эшлә. Ә һуң һинең ҡулыңдан ниҙәр генә килмәй, Кеше?! Ер-Әсәбеҙ ҡуйынындағы һәммә хазина, бөтә тереклек һинең рәхимеңә тапшырылған. Беҙ, ерҙең барлыҡ йән эйәләре, һиңә күҙ төбәгәнбеҙ. Һинең киләсәк быуындар ғүмерен хәстәрләп йәшәй башлауыңды күреп, тағы ла нығыраҡ ҡыуанам мин. Әҙәм балалары бына ошондай изге маҡсаттар, матур хыялдар менән генә йәшәһен өсөн, быуаттар буйы көрәште, йәнен фиҙа ҡылды бит һинең ата-бабаларың. Үҙеңә йән биргән Ер күркен, Ер хозурлығын һаҡлау өсөн көрәшкә сыҡҡанһың икән, ярты юлда туҡталып ҡалма, ниндәй генә кәртәләргә осраһаң да, гел алға ынтыл, Кешем! Анау алыҫ күкһел тауҙар – һин менәһе бейеклектәр улар, ә бейеклектәр алыҫтан ғына матур күренә. Шул алыҫ бейеклектәргә күтәрелергә ынтыл! Туҡталма, алға бар! Һинең көсөңә, ҡыйыулығыңа, аҡылыңа ышанам мин, Кешем».
(Ноғман Мусиндың "Мәңгелек урман" романынан өҙөк).
(300 һүҙ).
һағаҡ – балта йөҙөнөң артҡы өлөшө. Балтаның һағағы менән сабыу ("Башҡорт теленең һүҙлеге". М., 1993, 561-се бит).