Текст 2015

Күкрәк көсөн башҡорт йыр менән ҡурайҙан ала, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән! Йырсы күкрәгенән урғылып сыҡҡан йән кинәндергес моң, йөрәктең иң нескә ҡылдарын тирбәлдереп, һаман яңғырай, ирек һәм азатлыҡ һөйөүсе ир-егеттәрҙе фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәшергә саҡыра:

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын.

Байдәүләтов йырлауҙан туҡталғас та, Урта рус яланындағы күҙәтеү пунктында яңғыраған оҙон көй шауҡымына бирелеп, кешеләр тауыш-тын сығарманы. Талғын ғына иҫкән йылы ел ҡояш ҡыҙҙырған әрем ҡатыш дала сәскәләре еҫен таратты.

– Яҡшы, бик яҡшы йыр! Мин һүҙҙәрен белмәһәм дә, һәммәһен аңланым! Рәхмәт һеҙгә, – тине Константин Михайлович Симонов. – Яҡшы көйҙөң һүҙҙәрен белеү мөһимме ни? Халыҡтың тормошон, йөрәген, уй-тойғоларын сағылдырыусы ысын йыр, ниндәй генә телдә йырланыуына ҡарамаҫтан, бүтән милләт вәкилдәренең күңеленә лә яҡын һәм ҡәҙерле!

Рус яҙыусыһы әйткәнде Али Карнай ҙа ҡеүәтләне:

– Һеҙ бик тә хаҡлы, Константин Михайлович! Ҡурай менән йыр – борон-борондан башҡорттарҙың айырылғыһыҙ юлдашы. Бер мең биш йөҙ илле етенсе-илле һигеҙенсе Ливон һуғышындағы рус ғәскәре сафында сит ил дошмандарына ҡаршы көрәшеүсе башҡорттар ҙа йыр менән ҡурайҙан айырылмаған. Унан аҙаҡҡы Ҡырым һәм төрөк һуғыштарында, Минин һәм Пожарский ополчениеһы сафында поляк пандарынан Мәскәүҙе азат иткәндә лә башҡорттар бик күп йырҙар сығарған, һәм шул замандағы халыҡтың тормошо, патриотик уй-фекерҙәре шул йырҙарҙа кәүҙәләндерелгән. Рус ғәскәре сафында төрлө походтарҙа ҡатнашҡан башҡорттарҙың батырлығына арналған йырҙар ҙа бар...

– Башҡорттар – әүәл-әүәлдән йыр-моңға әүәҫ халыҡ, – тип дивизия комиссары Мөбәрәк Нәзиров та әңгәмәгә ҡушылды. – Үҙ ирке менән ҡушылған Рәсәйҙе уртаҡ Ватан-әсә һанап, уның ерен, именлеген сит ил килмешәктәренән һаҡлау өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышыусы башҡорттарҙың батырлыҡтарын сағылдырыусы патриотик рухтағы йырҙар беҙҙә бөтәһе түгел! Бер мең һигеҙ йөҙ ун икенсе-ун дүртенсе йылдарҙағы Ватан һуғышында сығарылған “Кутузов”, “Ҡаһым түрә”, “Ғилмияза”, “Шаһибәрәк”, “Любизар” кеүек йырҙар бөгөнгө көн өсөн бигерәк тә әһәмиәтле!

Константин Симонов байтаҡ ваҡыт уйланып ултырғандан һуң Нәзировҡа ҡараны һәм:

– Атай-олатайҙарының батырлығы менән башҡорттар хаҡлы рәүештә маҡтана һәм ғорурлана ала! Башҡорттарҙың үткән быуаттағы Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары рухында кешеләрҙе тәрбиәләү – беҙҙең бурыс, иптәштәр! – тине. (322 һүҙ).

 

Яныбай Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа” романынан өҙөк.