Текст 2017

Әсәм теле – сәсән теле

Донъяла һәр кемгә ҡәҙерлеһе – үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар.
Әсәм теле – сәсән теле, ти шағир Рәми Ғарипов туған башҡорт теле хаҡында.
Әсә телендә кеше донъяны, донъя матурлығын белә башлай. Уның шул телдә фекерләү культураһы, зауығы формалаша. Уй күрке тел икән, тел күрке – һүҙ. Һүҙе яғымлының үҙе лә яғымлы, теле матурҙың күңеле лә матур.
Минең туған башҡорт телем – әсә һөтө менән ҡаныма һеңгән башҡорт телем – донъяны танытҡан, кешеләр менән аралаштырған, белем, ғилем биргән ғәзиз телем. Шул телем мине киң донъяға алып сыҡҡан, бүтән телдәрҙе белергә, рус телен икенсе туған телдәй итергә юл асҡан. Бөйөк рус теле мине бөтә кешелек ғилеменә, культура донъяһына алып инде, бүтән халыҡтар менән уртаҡ телдә аралашырға мөмкинлек бирҙе.
Үҙен аңлар һәм үҙе тураһында һөйләр өсөн халыҡ үҙ ул-ҡыҙҙарын – сәсәндәрен, йырсыларын, аҡыл эйәләрен, яҙыусыларын тыуҙыра. Һабрау йырау ҡобайырҙары менән хан замандарының ыҙа-яфаһын һөйләй. Байыҡ сәсән Салауаттай ир-егеттәрҙең ирек яулар батырлыҡтарын ололай. Салауат Юлаев үҙе, халыҡтың батыры һәм сәсәне булып, яуҙарға оран һала, батырлыҡ, дуҫлыҡ үрнәктәрен сағылдыра. Париждарҙы урап ҡайтҡан Буранбай ише ҡурайсылар Рәсәй илен һаҡлаған улдарының дан азаматы һәм йырсыһы булып алға баҫа. Өмөтбай, Аҡмулла үҙ шиғырҙары аша ғилем, мәғрифәт нуры сәсә... Мостай Кәримдең дуҫлыҡ, туғанлыҡ тауышы булып, ил-ҡитғаларға шиғри моңон ишеттерә.
Сағыштырмаса йәшерәк телдәрҙән һаналған башҡорт теленең мең йылдан ашыу йәшәү тарихы бар. Туған телебеҙ – йөҙәрләгән һәләтле сәсәндәрҙең теле, халыҡтың әкиәт, легенда, йыр теле, “Урал”, “Аҡбуҙат”, “Күҫәк бей”, “Алдар менән Зөһрә” һәм башҡа эпостарҙың, ҡобайырҙарҙың теле булып, ҙур сәнғәт – ижад теле юғарылығынаса күтәрелгән. Ул тел, халҡыбыҙҙың көндәлек һөйләшеү теле булып, уның көнкүрешен, ғәҙәт-йолаларын, тарихын, фәлсәфәһен, аңын һәм аҡылын сағылдырған иң ғәзиз мираҫ, ата-бабаларыбыҙҙың рухи аманат һүҙе булып беҙгә тапшырылған. Телебеҙҙе ҡәҙерләү, уны боҙмау һәм йәмһеҙләмәү – үҙ халҡын, милләтен, туған телен ҡәҙерләгән, үҙ ҡәҙерен белгән һәр кемдең выждан һәм намыҫ эше.
(Ғайса Хөсәйенов).
(297 һүҙ).