Принциптар

Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция, был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Был сараны үткәреү принциптары Рус теленән тоталь диктант яҙҙырыу тәртибе менән тап килә. Ойоштороу комитетының һәм Баһалама комиссияһының ағзалары исемлеге, эштәрҙе тикшереү һәм баһалау критерийҙары билдәләнгән.

Диктанттың һөҙөмтәләре regdict.bashedu.ru сайтына ҡуйыласаҡ. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: региональ диктантта ҡатнашыусыға үҙенең ысын исем-шәрифтәрен яҙыу мотлаҡ түгел.

Региональ диктант үткәрелгән һәр ҡалала тикшереү комиссияһын профессиональ филолог-уҡытыусы етәкләй.

Региональ диктант йылына бер тапҡыр, бөтә ерҙә лә бер үк көндә үткәрелә. Бөтә ҡатнашыусылар өсөн дә бер үк текст тәҡдим ителә.

Тикшереү комиссияһы эштәрҙе алдан билдәләнгән берҙәм критерийҙар нигеҙендә баһалай.