Проект тураһында

Башҡорт теленән региональ диктант тураһында

положение

“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”
(“Башҡорт теленән региональ диктант - 2017”)

Башҡорт дәүләт университеты башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт тел ғилеме һәм этно-мәҙәни белем биреү кафедраһы тарафынан башҡорт теленән региональ диктант ойошторола.

Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция, был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Был сараны үткәреү принциптары Рус теленән тоталь диктант яҙҙырыу тәртибе менән тап килә. Ойоштороу комитетының һәм Баһалама комиссияһының ағзалары исемлеге, эштәрҙе тикшереү һәм баһалау критерийҙары билдәләнгән.

Проектты ойоштороусылар – “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР законын тормошҡа ашырыу буйынса БР Хөкүмәте эргәһендәге комиссияның Терминология хеҙмәте, Башҡорт дәүләт университеты.

Региональ диктантты үткәреүҙең маҡсаттары:

  1. Башҡорт теле мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеү.

  2. Грамоталылыҡ проблемаларын йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары аша хәл итеү.

  3. Теләгән кешегә үҙ грамоталылығын тикшерә алыу мөмкинлеген биреү.

  4. Башҡорт әҙәби теле нормаларын белеүҙең әһәмиәтен күтәреү.

  5. Грамоталы яҙыу культураһын үҫтереү.

Региональ диктанттың девизы: “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”.

Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу 22 апрелдә сәғәт 10-да Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында (З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 01-се һәм 02-се аудитория) һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Учалы, Нефтекама филиалдарында, республиканың һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең уҡыу йорттарында һәм мәктәптәрендә ойошторола.

Башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр диктант яҙыуҙы үҙ аллы ойоштора, йәғни онлайн рәүештә яҙа ала.