Төп мәғлүмәт

Башҡорт теленән региональ диктант яҙыу 22 апрелдә сәғәт 10-да Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында (З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 01-се һәм 02-се аудитория), БДУ-ның Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө, Учалы, Нефтекама филиалдарында, республиканың һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренең уҡыу йорттарында һәм мәктәптәрендә ойошторола.

Башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр диктант яҙыуҙы үҙ аллы ойоштора, йәғни онлайн рәүештә яҙа ала.

Региональ диктантта ҡатнашыусыға үҙенең ысын исем-шәрифтәрен яҙыу мотлаҡ түгел, псевдоним йәки йәшерен һүҙ (кодовое слово) күрһәтергә мөмкин.

Диктанттың һөҙөмтәләре regdict.bashedu.ru сайтына ҡуйыласаҡ.

Бәйләнеш:

Телефон: 8(347) 272-33-82

Тексты Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы һәм Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсы лауреаты, театр һәм кино артисы, "Каруанһарай" фольклор-эстрада группаһы солисы һәм ҡурайсыһы, "Рәсәй 1-Башҡортостан" телеканалы алып барыусыһы Рәсүл Рафиҡ улы Ҡарабулатов уҡый.

2016 йылдың 23 апрелендә тексты Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мотаһар улы Мортазин уҡыны.

2015 йылдың 11 апрелендә тексты Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев уҡыны.